+8 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
3 Марта 2022, 02:15

Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

2 мартта «Торатау» конгресс-холында «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре бүләкләндеӨфөлә «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре бүләкләнде
Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

2 мартта «Торатау» конгресс-холында «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

2017 йылдан алып үткәрелә килгән «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» конкурсында  быйыл да 500-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Еңеүселәр “Ҡатын-ҡыҙ мәҙәниәттә”, “Ҡатын-ҡыҙ — әсә”, “Ҡатын-ҡыҙ — лидер”, “Ғалим ҡатын-ҡыҙ”, “Ҡатын-ҡыҙ — педагог”, “Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙ”, “Оҫта ҡатын-ҡыҙ”, “Ҡатын-ҡыҙ – йыл өлгөһө”, “Оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ” һәм “Иң йәш йәмәғәт эшмәкәре” номинацияларында бүләкләнде. “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалына барлығы 15 ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булды. Улар араһында Ейәнсура районы  Байдәүләт ауыл биләмәһе Ҡоролтайы рәйесе, Байдәүләт ауыл биләмәһенең ветерандар советы ағзаһы, “Ҡарасәй” фольклор-этнографик ансамбле сәхнәләштереүсеһе һәм ҡатнашыусыһы Гөлзирә Йәмил ҡыҙы Юлдашбаева ла бар.

Автор:
Читайте нас