+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Марта 2022, 11:28

«Тамыр»ға — 30 йыл

«Тамыр» балалар телерадиостудияһы 1992 йылдың 2 мартында асылған. 30 йыл эсендә «Тамыр» радиола һәм телевидениела берешәр тапшырыуҙан «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының ҙур телерадиоструктураһына әүерелде. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, компанияның радиоканалдарында балалар өсөн тиҫтәләгән сифатлы тапшырыуҙар күрһәтелә. 2010 йылдың 2 декабрендә республиканың кабель селтәрҙәрендә «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы тәүлек әйләнәһенә эшләй башланы. 

Добавить в предпочтительные источники Google
«Тамыр»ға — 30 йыл«Тамыр»ға — 30 йыл
«Тамыр»ға — 30 йыл

«Тамыр» балалар телерадиостудияһы 1992 йылдың 2 мартында асылды. 30 йыл эсендә ул «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының ҙур телерадиоструктураһына әүерелде. 

2010 йылдың 2 декабрендә республиканың кабель селтәрҙәрендә «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы тәүлек әйләнәһенә эшләй башланы.

«Тамыр» —  туған телгә, туған мәҙәниәткә нигеҙләнгән тәрбиәнең сағыу өлгөһө. Илдә «Тамыр» телеканалын сифатлы контент булдырған профессиональ оҫтахана булараҡ беләләр һәм баһалайҙар. Балалар телеканалы төшөргән фильмдар һәм программалар тиҫтәләрсә халыҡ-ара фестивалдәрҙә еңеү яулай. «Тамыр»«ТЭФИ-Төбәк» Рәсәй юғары телевизион премияһының туғыҙ Бронза Орфейы менән бүләкләнгән.

2016 йылда «Тамыр» телеканалы спутник, кабель һәм интернет-телевидение өлкәһендә «Алтын нур» милли премияһының «Балалар телеканалы» номинацияһында еңеүсе булған.

Һуңғы йылдарҙа «Тамыр» яңы һулыш кисерә — республика бюджеты сиктәрендә үҙенсәлекле проекттар әҙерләй. Үҫмерҙәр өсөн «Бирешмә!», «Ышан» сериалдары; «Нурбостан» анимация сериалы; беренсе башҡорт классик музыкаһын башҡарыусыларҙың «Елкән» телевизион конкурсы; «Бирешмә!» беренсе балалар премияһы, «Бишек» бишек йырҙары телевизион конкурсы; «Ҡош юлы. Балалар» йәш бардтар конкурсы, документаль фильмдар, телеконкурстар, фильм-әкиәттәр.

Татарстан Республикаһының «Шаян-ТВ» телеканалы, Саха-Яҡут Республикаһының «САХА» милли тапшырыуҙар компанияһы, «Минең Удмуртия» телекомпанияһы, Ҡаҙағстандың «Балапан» балалар телеканалы «Тамыр»ға музыкаль видеоҡотлауҙар ебәргән. Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы президенты Эдуард Сагалаев, «Рәсәй телевидениеһы академияһы» фондының генераль директоры Этери Левиева, Этник-ара журналистика гильдияһы президенты Маргарита Лянге, Ҡаҙағстандың «Балапан» телеканалы директоры Кымбат Досжанова һәм «Тамыр»ҙың тоғро дуҫы, легендар «АБВГДейка» телепрограммаһының художество етәксеһе Татьяна Черняева балалар телеканалын юбилейы менән ҡотлаған.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас