

Әлеге ваҡытта һауа киңлеген өлөшләтә ябыуға, шулай уҡ Рәсәйҙең ҡайһы бер аэропорттарында ғәмәлгә индерелгән сикләүҙәргә бәйле сит илдәге ватандаштарыбыҙҙы өйҙәренә ҡайтарыу йәһәтенән ҡатмарлыҡтар килеп тыуыуы ихтимал.
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, хәҙерге көндә Башҡортостандан 1800-ҙән ашыу турист сит илдә. Улар урындағы туроператорҙарҙан юллама һатып алған. Төп йүнәлештәр араһында – Мысыр, Төркиә, Доминикана. Уларҙан тыш, үҙаллы туристар ҙа бар, уларға ярҙам талап ителеүе ихтимал.
Туристарға туроператор менән бәйләнештә торорға һәм мотлаҡ Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының «Сит ил Ярҙамсыһы» мобиль ҡушымтаһында (iOS, Android) теркәлергә кәңәш ителә.
Рәсәй граждандарын Европа дәүләттәренән сығарыуҙы ойоштороу эшен Федераль һауа транспорты агентлығы Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы һәм Федераль туризм агентлығы менән берлектә алып бара.
Рәсәй авиакомпаниялары пассажирҙар алдындағы бурыстарын үтәргә һәм уларҙы өйҙәренә алып ҡайтырға әҙер.
Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан граждандары килеп тыуған проблема хаҡында түбәндәге элемтә каналдарына хәбәр итергә мөмкин:
Сит ил эштәре министрлығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән ҡыҙыу линияһына шылтыратырға: +7 495 695 45 45.
Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсус почтаһына яҙырға: dskc@mid.ru.
Ростуризмдың ҡыҙыу линияһына шылтыратырға: 8 800 200 34 11 (Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем).
Башҡортостан туристары ситуация үҙәгенә лә мөрәжәғәт итә ала: +7 347 218 19 19 (иртәнге 8-ҙән киске 8-гә ҡәҙәр, Өфө ваҡыты).
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.