

Йыл башынан алып Башҡортостанда 30-ҙан ашыу эшҡыуар бизнес алып барыу өсөн электрон һатыу аша ҡуртымға ер биләмәһе алыу хоҡуғына эйә булды, тип хәбәр итә Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
“Үткән йыл Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының район һәм ҡалалағы бүлексәләре аша үткәрелгән аукциондарҙа 170 эшҡыуар ҡуртымға ер алыу хоҡуғы менән файҙаланған. 2022 йылдың ғинуарында 30-ҙан ашыу эшҡыуар аукцион ярҙамында бизнес өсөн кәрәкле ер биләмәһе алды», — тип белдерҙе Башҡортостандың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.
Мәҫәлән, былтыр Белорет районында иң күп ер биләмәһе ҡуртымға бирелгән. Унда 20-нән ашыу эшҡыуар был хоҡуҡ менән ҡулланған. Полянская һүҙҙәренә ҡарағанда, былтыр Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының урындағы бүлексәләре 9,5 мең гектар ерҙе ҡуртымға биреү әйләнешенә күсергән. 2022 йыл башынан республика райондарында аукцион аша 1,5 мең гектар ер ҡуртымға тапшырылған.
Фото: "Башинформ"дан.