+1 °С
Ясна
Һуңғы яңылыҡтар
1 Март 2022, 07:34

Сит илдәге Башҡортостан туристары өсөн

Әлеге ваҡытта һауа киңлегенең өлөшләтә ябылыуы һәм ҡайһы бер Рәсәй аэропорттарындағы сикләүҙәр менән бәйле, сит илдә булған Рәсәй граждандарының тыуған яҡҡа ҡайтыу буйынса ҡатмарлыҡтары тыуыуы ихтимал. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, әлеге ваҡытта республиканан 1800-ҙән ашыу турист сит илдә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сит илдәге Башҡортостан туристары өсөнСит илдәге Башҡортостан туристары өсөн
Сит илдәге Башҡортостан туристары өсөн

Әлеге ваҡытта һауа киңлегенең өлөшләтә ябылыуы һәм ҡайһы бер Рәсәй аэропорттарындағы сикләүҙәр менән бәйле, сит илдә булған Рәсәй граждандарының тыуған яҡҡа ҡайтыу буйынса ҡатмарлыҡтары тыуыуы ихтимал. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге көндә республиканан 1800-ҙән ашыу турист сит илдә. Күптәре урындағы туроператорҙарҙан юллама һатып алған. Төп йүнәлештәр араһында – Мысыр, Төркиә, Доминикан Республикаһы... Рәсәй граждандарын Европа дәүләттәренән сығарыуҙы ойоштороу буйынса эште илдең Сит ил эштәре министрлығы һәм Туризм буйынса федераль агентлыҡ менән берлектә Федераль һауа транспорты агентлығы алып бара. Талап ителгән эш күләмен тикшергәндән һуң график төҙөләсәк. Исем-шәрифегеҙҙее, бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәрегеҙҙе, мәсьәлә асылын Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсус почтаһына dskc@mid.ru яҙырға. Ростуризмдың "ҡыҙыу бәйләнеш"енә шылтыратырға – 8 800 200 34 11 (Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем). Башҡортостан туристары 7 347 218 19 19 19 телефоны буйынса Ситуация үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин (Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем).

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас