+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Марта 2022, 10:50

Нефтекамала электр щиттары етештереләсәк

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы “Нефтекама” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә тағы бер резидентты өҫтәне.

Нефтекамала электр щиттары етештереләсәкНефтекамала электр щиттары етештереләсәк
Нефтекамала электр щиттары етештереләсәк

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы “Нефтекама” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә тағы бер резидентты өҫтәне.

Ул – “220 Вольт” асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Компания электр щиттары ҡорамалдары етештереүҙе ойошторасаҡ. Был хаҡта Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова белдерҙе.

"Етештерелгән продукция ҡаланың төҙөлөш майҙансыҡтарында файҙаланыласаҡ.  Инвестицион проектты тормошҡа ашырыу йылына 60 комплектҡа тиклем трансформатор подстанциялары етештереү мөмкинлеге бирәсәк. Инвестициялар күләме 17 миллион һум самаһы тәшкил итә", –  тине Екатерина Кликунова.

Һөҙөмтәлә 10 эш урыны булдырыласаҡ. Проектты яҡынса тормошҡа ашырыу ваҡыты – 2022–2028 йылдар. “Нефтекама” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә 18 резидент теркәлгән.   

Фото: Республика Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас