

Өфө ҡалаһында 1 марттан “Торатау” Конгресс-холында, “Башҡортостан” Лайфстайл-үҙәгендә һәм “Планета” сауҙа үҙәгендә күсмә вакцинация пункттары ябыла.
Уларға мөрәжәғәт итеүселәр кәмеү сәбәпле, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы шундай ҡарар ҡабул итте.
Баш ҡалабыҙ хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, прививкаларҙы элеккесә ҡала поликлиникаларында яһатырға мөмкин. Алдан яҙылыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталын файҙаланырға, йә 122 телефоны буйынса колл-үҙәккә, йә булмаһа регистратураға шылтыратырға була.
Поликлиникаларҙа прививка кабинеттары иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем, тәнәфесһеҙ һәм ял көндәрһеҙ эшләй.