+2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Марта 2022, 03:50

Өлгөлө башҡорт ғаиләһе

Өфөлә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022» республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өлгөлө башҡорт ғаиләһеӨлгөлө башҡорт ғаиләһе
Өлгөлө башҡорт ғаиләһе

Өфөлә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022» республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде.

Конкурсты йомғаҡлау сараһы «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Унда республиканың төрлө район-ҡалаларынан, Ҡурған өлкәһенән һәм Ханты-Манси автономиялы округы-Югранан 23 ғаилә ҡатнашты.

Гран-приҙы Күгәрсен районынан Хөснуллиндар ғаиләһе яуланы. Улар 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.

Өлгөлө башҡорт ғаиләһе Юлдыбай ауылында йәшәй. Урал менән Гөлгөнә ике бала тәрбиәләй: ҡыҙҙары Дилараға — 10, улдары Ирханға 4 йәш. Хөснуллиндарҙы яҡташтары йүнсел, талантлы ғаилә тип белә. Ғаилә башлығы милли уйын ҡоралы — ҡурай эшләү менән шөғөлләнә. Был һөнәргә уны атаһы, оҫта ҡуллы Рәмил ағай өйрәткән. Ул ағасты семәрләү менән шөғөлләнгән, милли биҙәкле йыһаз эшләү оҫтаханаһын асҡан. Урал Рәмил улына был һөнәргә ҡыҙыҡһыныу атаһынан күскән. Бер нисә йыл элек үҙе лә оҫтахана асып ебәргән, хәҙер музыканттарҙың заказдарын башҡара. Инструментҡа һорау ҙур, ти Урал Хөснуллин. Еңеүселәр был аҡсаға оҫтахана өсөн ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй.

Шулай уҡ «Ғаилә ҡиммәттәре», «Ғаилә кәсебе» һәм «Ғаилә ижады» номинацияларында еңеүселәр билдәләнде. 

Автор:
Читайте нас