+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Марта 2022, 11:00

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бәйле пенсия алданыраҡ таратыла

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе марттың тәүге көндәрендә пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр таратыу графигын хәбәр итте.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бәйле пенсия алданыраҡ таратылаХалыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бәйле пенсия алданыраҡ таратыла
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бәйле пенсия алданыраҡ таратыла

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе марттың тәүге көндәрендә пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр таратыу графигын хәбәр итте.

Рәсәй Пенсия фонды төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, пенсия 3 марттан таратыла башлай. Айҙың һигеҙенсе көнөндә аҡса алғандарға 5, 7 мартта бирелә.

Артабан пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр ғәҙәти график буйынса таратыла.

«Аныҡ ваҡыт ағымдағы йылдың февралендә квитанцияларында күрһәтелгән, — тип өҫтәне Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров. — Кредит ойошмаларына аҡса килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта, 11 марттан башлап күсерелә».

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас