

Коронавирус менән сирләү кәмеүгә табан барыуын иҫәпкә алып, Роспотребнадзор яңы эпидемиологик рекомендациялар сығарҙы.
Атап әйткәндә, ул биналарҙа битлек режимын һаҡлауҙан һәм дезинфекцияны көсәйтеүҙән тыш, бөтә сикләүҙәрҙе бөтөрөргә тәҡдим итә. Кинотеатрҙар, театрҙар, концерт залдары һәм музейҙар, шулай уҡ йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларының тулылығына ҡағылышлы нормалар ҙа ғәмәлдән сығарыла.
“Омикрон” штамы таралыу осоронда әһәмиәтле методик рекомендацияларға ярашлы, ябыҡ биналарҙа битлек кейеп йөрөү, көсәйтелгән дезинфекция режимын күҙәтеү генә тәҡдим ителә”, – тиелә ведомство белдереүендә.