+12 °С
Облачно


«Опель Корса» автомобиле тимер юлы аша үтеү урынындағы ябыла башлаған иҫкәртеү ҡоролмаһын селпәрәмә килтереп барып туҡтай.
Ваҡиға Учалы районында теркәлә.
ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, водитель, светофорҙың ҡыҙыл утын инҡар итеп, шлагбаумды емерә һәм тимер ҡаршылыҡ аша һикереп үтеп китә. 37 йәшлек пассажир ҡатын дауаханаға оҙатылған. Ә водитель ваҡиға урынын ҡасҡан. Хоҡуҡ органдары ирҙе эҙләү тураһында иғлан биргән.