+8 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Февраля 2022, 12:20

Башҡорт балы бренды менән сит илгә

Ишембай умартасылары менән башҡорт ҡортоноң популяцияһын һаҡлауҙа, инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙа аңлашып килешеү бар. Ошо хаҡта Башҡортостан хөкүмәте вице- премьеры Азат Бадранов үҙенең сәхифәһендә яҙып сыҡты.

Добавить в предпочтительные источники Google

Ишембай умартасылары менән башҡорт ҡортоноң популяцияһын һаҡлауҙа, инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙа аңлашып килешеү бар. Ошо хаҡта  Башҡортостан хөкүмәте вице- премьеры Азат Бадранов үҙенең сәхифәһендә яҙып сыҡты.

“Инвест проектты тормошҡа ашырыу буйынса һөйләшеүҙә урындағылар яғынан аңлау бар. Шуны иҫәпкә алып, Маҡар ауыл биләмәһендә төбәк умартасыларын берләштереү иҫәбенә башҡорт ҡортон үҫтереү буйынса тоҡомсолоҡ хужалығы төҙөләсәк.

Бынан тыш, башҡорт ҡортона инвест проект түгел, ә яҡын тирәләге ҡалаларҙан үҙҙәренең умарталарын алып килеп ултыртҡан эшҡыуарҙар ҙа зыян яһай. Бындай умарталарҙы сикләү мөһим.

Башҡорт ҡортона зыян килтереүсе тағы бер дәлил бар. Ул да булһа, республикаға ситтән килтерелгән ҡорттарҙы үрсетеү. Бал ҡорттарын Урта Азиянан, Рәсәйҙең көнъяғынан алып инәләр һәм шәхси хужалыҡтар асалар.

Бынан тыш башҡа бик күп һорауҙар- яландарҙы сәсеү, урман хужалығына ярҙам итеү мәсьәләләре тикшерелде.

Инвест проектты тормошҡа ашырыу Башҡортостан өсөн генә түгел, ил өсөн дә үҙенсәлекле проект. Рәсәй сәнәғәт масштабында балды экспортҡа ебәрмәй. Шуға күрә юғары килемле умарталар үрсетеү, балды һауыттарға тултырыу буйынса фабрикалар һәм Европа стандарттарына ярашлы лабораториялар асыу башҡорт балы өсөн отошло. Сөнки сит илгә ул башҡорт балы бренды менән китәсәк, - тигән Азат Шамил улы.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас