+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Февраля 2022, 04:35

8 мартҡа шәп бүләк!

Барыһы ла яратҡан һәм көтөп алған Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 8 март байрамына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Әсәйемә, өләсәйемә, һөйөклөмә, ҡыҙ туғаныма нимә бүләк итергә – был бөгөн барыбыҙҙы ла биләп алған еңел булмаған һорау.

Добавить в предпочтительные источники Google
8 мартҡа шәп бүләк!8 мартҡа шәп бүләк!
8 мартҡа шәп бүләк!

Барыһы ла яратҡан һәм көтөп алған Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 8 март байрамына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Әсәйемә, өләсәйемә, һөйөклөмә, ҡыҙ туғаныма нимә бүләк итергә – был бөгөн барыбыҙҙы ла  биләп алған еңел булмаған һорау.

Эйе, әйбергә, башҡа төр бүләктәргә ҡытлыҡ заманы түгел хәҙер. Шуға улар араһынан иң-иңен һайлап алыу ҡайһы саҡ үтә ауыр мәсьәләгә әүрелә лә инде. Был осраҡта “Башҡортостан ҡыҙы” журналы һеҙгә ярҙамға килер.

Әле 2022 йылдың икенсе яртыһына ваҡытынан алда матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы бара. Гәзит-журналдарға бөгөнгө хаҡтар менән 31 мартҡа тиклем яҙылырға мөмкин. Тимәк, һеҙ, хөрмәтле дуҫтарыбыҙ, “Башҡортостан ҡыҙы”на ҡулай хаҡҡа яҙылып, уны 8 мартҡа әсәйегеҙгә, өләсәйегеҙгә, һөйөклөгөҙгә, ҡыҙ туғандарыҙға бүләк итә алаһығыҙ.

Ярты йыл дауамында, журналдың яңы һаны килгән һайын, ҡәҙерле кешеләрегеҙ уны ҡулына алыр һәм, был бит улымдың, ҡыҙымдың, тормош иптәшемдең, ағайымдың, ҡустымдың бүләге, тип һөйөнөр.

Һеҙ яҡындарығыҙҙы бер тапҡыр түгел, ә алты мәртәбә ҡотлайһығыҙ килеп сыға.

Был бит бик шәп!

Үтә лә оригиналь бүләк!

“Башҡортостан ҡыҙы” журналына республиканың бөтә почта бүлексәләрендә, почтальондарҙа, podpiska.pochta.ru сайтында һәм Рәсәй почтаһының мобиль ҡушымтаһында яҙылырға була.

Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 643 һум 50 тин.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас