+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
25 Февраля 2022, 07:51

Республикала спорт өлкәһен федераль финанслау 14 тапҡырға артҡан

Һуңғы өс йылда федераль бюджеттан Башҡортостандың Спорт министрлығын финанслау күләме 200 миллиондан 2 миллиард 852 миллион һумға тиклем артҡан. Был аҡса республикаға спорт объекттары төҙөү өсөн бүленә. Министрлыҡ коллегияһының киңәйтелгән ултырышында республика ведомствоһы етәксеһе Руслан Хәбибов ошо турала хәбәр иткән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала спорт өлкәһен федераль финанслау 14 тапҡырға артҡанРеспубликала спорт өлкәһен федераль финанслау 14 тапҡырға артҡан
Республикала спорт өлкәһен федераль финанслау 14 тапҡырға артҡан

Һуңғы өс йылда федераль бюджеттан Башҡортостандың Спорт министрлығын финанслау күләме 200 миллиондан 2 миллиард 852 миллион һумға тиклем артҡан. Атап әйткәндә, был аҡса республикаға спорт объекттары төҙөү өсөн бүленә. Министрлыҡ коллегияһының киңәйтелгән ултырышында республика ведомствоһы етәксеһе Руслан Хәбибов ошо турала хәбәр иткән.

Башҡортостан үҙәктән 2020 йылда — 419 миллион, 2021 йылда — 423,6 миллион, 2022 йылда 935,7 миллион һум алған.

«Аҡса мөһим һәм кәрәкле спорт объекттарын төҙөүгә йүнәлтелә. Спорт көрәше үҙәге, ишкәкле слалом үҙәге, ГТО майҙансыҡтары өсөн шарттар булдырыу», — тигән спорт министры Руслан Хәбибов.

Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, оҙаҡламай Өфөлә Спорт гимнастикаһы үҙәге файҙаланыуға тапшырыла, ә 12 июнгә ябыҡ футбол манежы асыла һәм унда балалар турниры үткәреләсәк.

Шулай уҡ республика бюджеты йыл һайын спортты һәм физик культураны финанслау күләмен арттыра. 2020 йылда Башҡортостан ҡаҙнаһы Спорт министрлығына һәм ведомство ҡарамағындағы учреждениеларға — 2,6 миллиард, 2022 йылда иһә 4,4 миллиард һум бүлгән.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас