

“Омикрон” йоҡторған күптәр тамаҡ ауыртыуға, тауыш “ултырыуға”, хатта уның юғалыуына зарлана. Вирус ни рәүешле тауышты “бөтөрә”? “Российская газета” баҫмаһына биргән интервьюһында табип-оториноларинголог Аза Мәхмүдова шул турала бәйән итә.
– “Омикрон” ковидтың башҡа төрҙәренә ҡарағанда үпкәгә һирәгерәк эләгә, сөнки вирус өҫкө тын юлдарында оҙаҡҡа “тотҡарлана”. Был иһә фарингитҡа – йотҡолоҡтоң артҡы стенкаһы ялҡынһыныуына килтерә. Ялҡынһыныу төпкәрәк төшкәндә ларингит башлана, тамаҡ һәм тауыш бәйләүестәре зарарлана. Шул сәбәпле тауыш үҙгәрә, йә бөтә, – тип аңлата табип.
Ул инфекция арҡаһында тамаҡтары ауыртҡан кешеләргә бер нисә ябай ғына кәңәш бирә:
– һауаны дымландырыусы ҡорамалдар файҙаланығыҙ – бүлмәләге һауа дымлылығы 35-40 проценттан күберәк булырға тейеш. Ҡышын, ғәҙәттә, йылытыу батареялары ҡыҙыу булыу арҡаһында фатирҙа һауа бик ҡоро була;
– тамаҡ ауыртыуын кәметеү өсөн, эвкалипт, шалфей кеүек үҫемлек экстракттары ҡушылған шифалы “ҡаҡ” (пастилка) һурырға мөмкин. Улар ялҡынһыныуҙы кәметә һәм тамаҡтың лайлалы тышсаһын еүешләүсе төкөрөк бүленеп сығыуына булышлыҡ итә;
– тамаҡ ауыртҡанда дарыуҙарҙы табип тәғәйенләүе буйынса ғына эсергә кәрәк. Әгәр тауыш өс көндән ашыу асылмай икән, табип-оториноларингологҡа мөрәжәғәт итеү мотлаҡ.