

Ишембай районы умартасыларына тармаҡта эшләгән белгестәргә дәүләт яҡлауы саралары хаҡында семинар үткәрергә ҡарар ителде. Бал етештереү менән шөғөлләнергә һәм бизнесын үҫтерергә теләгән кешеләргә уның күләме 350 меңдән 8 миллион һумғаса барып баҫа.
Был хаҡта Ишембай районы Маҡар ауылына эш сәфәре барышында Башҡортостан хөкүмәте вице- премьеры Азат Бадранов белдерҙе. Ул тәү сиратта француз эшҡыуары Патрик Хоффмандың республикала тормошҡа ашырасаҡ инвестиция проектына дәғүә белдереүсе умартасылар менән осрашты. Уның барышында белгестәр алдында Башҡортостан ауыл хужалығын консультациялау директоры урынбаҫары Әлфиә Гәрәйшина һәм Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса фәнни- тикшеренеү үҙәге кәңәшсеһе Рөстәм Резбаев сығыш яһаны.
Улар ауыл хужалығында, шул иҫәптән ҡортсолоҡ өлкәһендә эш асыусыларға дәүләт яҡлауы программалары хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, “Агростартап” проекты яңы башлаусыларға, “Ғаилә фермаһы”- үҙ ерендә эшләгән аграрий һуңынан был эшкә үҙенең яҡындарын да йәлеп итә ала, шулай уҡ кооператвитар формаһын да ҡулланырға мөмкин. Ул осраҡта сеймал һәм ҡорамалдар һатып алыуға квартал һайын субсидия алырға була.
Ә башҡорт ҡортон һаҡлауға килгәндә, Рөстәм Резбаевтың әйтеүенсә, әлеге мәлдә аныҡ проект эшләнә.
Билдәле булыуынса, килеп тыуған хәлде көйләү, инвестиция проектын хәл итеү буйынса, властар урындағылар менән “Ишембай районы умартасылары” тигән йәмғиәт төҙөү хаҡында килеште. Бында бөтә һорауҙарҙы ла диалог формаһында алып барыу ҡарар ителде. Шулай уҡ эшсе төркөм төҙөлдө. Улар урындағы халыҡ биргән бөтә һорауҙарҙы хәл итеү һәм инвестор менән бәйләнеште көйләйәсәк.