+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
25 Февраля 2022, 07:30

Башҡорт балетының йондоҙо Гүзәл Сөләймәнованың тыуыуына – 95 йыл

25 февралдә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Гүзәл Ғәли ҡыҙы Сөләймәноваға 95 йәш тулыр ине. Ул 1927 йылда Өфө ҡалаһында ябай эшселәр ғаиләһендә тыуған. Ленинград хореография училищеһында бейеү серҙәренә өйрәнә. Маҡсатҡа ынтылыусан ҡыҙҙың сәхнә йондоҙо булып балҡып, донъя кимәленә күтәрелеү хаҡындағы бала саҡ хыялы тормошҡа аша.

Башҡорт балетының йондоҙо Гүзәл Сөләймәнованың тыуыуына – 95 йылБашҡорт балетының йондоҙо Гүзәл Сөләймәнованың тыуыуына – 95 йыл
Башҡорт балетының йондоҙо Гүзәл Сөләймәнованың тыуыуына – 95 йыл

25 февралдә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Гүзәл Ғәли ҡыҙы Сөләймәноваға 95 йәш тулыр ине. Ул 1927 йылда Өфө ҡалаһында ябай эшселәр ғаиләһендә тыуған. Ленинград хореография училищеһында бейеү серҙәренә өйрәнә. Маҡсатҡа ынтылыусан ҡыҙҙың сәхнә йондоҙо булып балҡып, донъя кимәленә күтәрелеү хаҡындағы бала саҡ хыялы тормошҡа аша.

Гүзәл Ғәли ҡыҙы оло бейеклектәргә өлгәшә, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы тигән юғары исемдәргә лайыҡ була. 1945 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Баҡсаһарай фонтаны» балетында ул Мария образын башҡара. Шул мәлдән талантлы һылыуҙы театрҙың балет труппаһына эшкә алалар. П. Чайковскийҙың «Аҡҡош күле» әҫәрендә – Одетта-Одиллия, Л. Степановтың «Сыңрау торна»һында – Зәйтүнгөл, А. Ключаревтың «Тау әкиәте»ндә – Зарифа, Х. Әхмәтов менән Н. Сабитовтың «Тау бөркөтө» балетында Әминә кеүек ролдәре ҙур танылыу килтерә. Гүзәл Ғәли ҡыҙы «Ҡара йөҙҙәр»ҙә (авторҙары – Х. Заимов, А. Чугаев) Ғәлимә партияһын башҡарып, башҡорт ҡыҙы образын тулыһынса асыуға өлгәшә. 

Артистка төрлө образдарҙы, әйтәйек, темпераментлы сиған ҡыҙы Эсмиральда, баш бирмәҫ Медора, баҫалҡы Әминә, уйсан Лауренсия – бөтә героиняларын ул юғары оҫталыҡ менән уйнай. Англия, Шотландия, Франция тамашасыларының һөйөүен яулау бәхетенә лә ирешә ул. Гүзәл Сөләймәнова Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ғүмеренең һуңына, 1969 йылға, тиклем эшләй. Гүзәл Сөләймәнова йәшәгән Өфө ҡалаһының Октябрь революцияһы урамындағы 9-сы һанлы йортта таҡтаташ асылған.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас