Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте”ндә Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйлап экскурсия ойоштороу буйынса турист проекты хаҡында һөйләштеләр.
“Ал елкәндәр” компаниялар төркөмөнә ингән “Ағиҙел Флот” компанияһы генераль директоры Кирилл Евдокимов хәбәр итеүенсә, был эшкә Өфөлә үткән йылдың декабрендә үткән Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһында ҡатнашыу этәргес биргән. Элек “Ал елкәндәр” компаниялар төркөмө Мәскәүҙә ошондай уҡ проекттарҙы тормошҡа ашырған.
Тәүге этапта инвестор Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары буйлап Салауат Юлаев һәйкәленән алып Һупайлы биҫтәһенә тиклем биш пароходта кешеләрҙе йөрөтөүҙе планлаштыра. 30 эш урыны булдырыу ҡаралған. Бының өсөн улар 230 миллион һум аҡса һалырға ниәтләй. Тәүге рейстар быйыл уҡ йөрөй башлай. Күп балалы ғаиләләргә, мәктәп уҡыусыларына һәм пенсионерҙарға билеттарға ташлама ла ҡаралған.
Икенсе этапта инвестор республиканың баш ҡалаһында 300 урынлыҡ йөҙөп йөрөгән ресторан төҙөргә теләй.
Башҡортостан Башлығы проектты хупланы, туризм буйынса дәүләт комитетына социаль яҡланмаған кешеләр өсөн экскурсиялар ойоштороу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Ул билеттар һатыуҙы милли стилдә биҙәлгән визит үҙәктәрендә ойоштороу көнүҙәк булыуын билдәләне. Уларҙа шулай уҡ сувенир әйберҙәре һатыу, йәмәғәт туҡланыуы урындары һәм ҡунаҡтар өсөн мәғлүмәт зоналары булдырыу ҡарала.
– Матур һәм функциональ объекттар булдырыу өсөн бындай комплекстарҙы төҙөүгә бик яуаплы ҡарарға кәрәк. Республика был бурысты атҡарыуҙы үҙ өҫтөнә ала, – ти Радий Хәбиров.
Шулай уҡ республика Башлығы киләһе “Инвестиция сәғәт”тәренең береһендә Ағиҙелде тәрәнәйтеү эше буйынса пландар тураһында һөйләргә ҡушты.
Өфөлә тағы ла бер проектты тормошҡа ашырыу – эре панелле йорт төҙөү өсөн изделиелар етештереү – планлаштырыла. Өфө йорт төҙөү комбинаты директоры Андрей Пестрецов әйтеүенсә, был эшкә 653,5 миллион һум аҡса һалына. Был йыл һайын 50 мең квадрат метр торлаҡ төҙөү өсөн материалдар сығарырға мөмкинлек бирәсәк. Етештереү эштәре 2023 йылда башлана, унда 120 кеше эшләйәсәк. Башҡортостан инвестиция комитеты проектҡа өҫтөнлөклө статусы һәм һалым преференцияһы биреүҙе хуплай.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.