+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Февраля 2022, 03:30

Йырсы - Салауат Юлаев ордены кавалеры

Билдәле йырсы, эстрада йондоҙо Айҙар Ғәлимовҡа кисә 55 йәш тулды.

Йырсы - Салауат Юлаев ордены кавалерыЙырсы - Салауат Юлаев ордены кавалеры
Йырсы - Салауат Юлаев ордены кавалеры

Билдәле йырсы, эстрада йондоҙо Айҙар Ғәлимовҡа кисә 55 йәш тулды.

Кисә “Торатау” конгресс-холында уҙған Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланған сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уға Салауат Юлаев ордены тапшырҙы. Әйткәндәй, Айҙар Ғәлимов нәҡ ошо көндә, 23 февралдә, тыуған.

“Радий Фәрит улы ҡулынан шундай юғары награда алыу минең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Республикамды яратам, илебеҙҙең төрлө урындарында булғанда ла, уның тураһында тик йылы һүҙҙәр әйтәм. Ижадыма шундай юғары баһа биргәндәре өсөн рәхмәт, киләсәктә лә хәлемдән килгәнсе йырҙарым менән ҡыуандырып торасаҡмын. Рәсәйгә һәм тыуған Башҡортостанға хеҙмәт итәм!” – тине Айҙар Ғәлимов яуап һүҙендә. 

Олег Яровиков фотоһы.

Автор:
Читайте нас