+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Февраля 2022, 02:45

«Урал аръяғы» бөтә Рәсәй инвестиция-һабантуйы быйыл июндә үтә

Быйыл «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы 2-4 июндә уҙғарыла.

«Урал аръяғы» бөтә Рәсәй инвестиция-һабантуйы быйыл июндә үтә«Урал аръяғы» бөтә Рәсәй инвестиция-һабантуйы быйыл июндә үтә
«Урал аръяғы» бөтә Рәсәй инвестиция-һабантуйы быйыл июндә үтә

Быйыл «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы 2-4 июндә уҙғарыла.

Был турала  Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров Сибайға эш сәфәре барышында хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Етәксенең белдереүенә ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығының Ғилми-тикшеренеү финанс институты менән берлектә Урал аръяғын үҫтереү программаһын әҙерләү бурысы тора. Программа «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында тәҡдим ителәсәк.

Әлеге ваҡытта Сибайҙа 1,7 миллиард һумға 11 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. 2021 йылда ҡалала сәнәғәт етештереүе 40 проценттан ашыуға, иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре буйынса үҙҙәре етештергән тауарҙарҙы оҙатыу дүрттән бер өлөшкә артҡан.

 

Автор:
Читайте нас