+4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Февраля 2022, 13:59

Шифаханаға урынлашҡанда ПЦР-тест кәрәкмәй

Хәҙер республикала шифаханаларға урынлашҡанда ПЦР-анализдың кире һөҙөмтәһе талап ителмәй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Шифаханаға урынлашҡанда ПЦР-тест кәрәкмәйШифаханаға урынлашҡанда ПЦР-тест кәрәкмәй
Шифаханаға урынлашҡанда ПЦР-тест кәрәкмәй

Хәҙер республикала шифаханаларға урынлашҡанда ковидтан вакцинациялау хаҡында QR-код ҡына түгел, ПЦР-анализдың кире һөҙөмтәһен күрһәтеү ҙә кәрәкмәйәсәк. Был турала Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.

 – Шифаханаға урынлашҡанда кеше һаулығының дөйөм торошо баһаланасаҡ. Килеүселәрҙең температураһы үлсәнәсәк, кәрәк булһа, уларҙы медицина тикшереүенә ебәрәсәктәр, – тине министр.

Хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: республикала 19 февралдән йәмәғәт урындарына ингәндә QR-кодтар тикшереү талабы ғәмәлдән сығарылды. Ябыҡ бинала 500-ҙән артыҡ кеше ҡатнашҡан сараларға барғанда ғына QR-код күрһәтергә тура киләсәк. Максим Забелин әйтеүенсә, был ҡарар эпидемиологик хәл тотороҡло төҫ алыуы сәбәпле ҡабул ителгән.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас