

Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, музейҙың бинаһы төҙөлгән, әлеге мәлдә француз ғалимдары комплестың эске биҙәлеше менән мәшғүл. Музейҙың бер өлөшөндә мәмерйәлә туристар өсөн ябыҡ булған залдағы һүрәттәрҙең күсермәләре урын аласаҡ. «Күсермәләрҙе эшләү ҡатмарлы һәм күп көс талап итә – панноларҙың һәр береһенең ауырлығы 800 килограмдан алып 2 тоннаға тиклем етә. Белгестәр һүҙҙәренә ҡарағанда, эштәр тамамланғас, панноларҙы ысын һүрәттәрҙән айырыуы бик ауыр буласаҡ», – тип хәбәр итә Радий Хәбиров.
Һүрәттәр күсермәһе залы 4 мең квадрат метр булған музей комплесының дүрттән бер өлөшөн биләй. Бында уҡ сувенирҙар кибете, кафе һәм 144 урынға иҫәпләнгән конференц-зал урын аласаҡ.
Фото: Республика Башлығы сайтынан.