

Илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы омикрон вариантының таралыуына бәйле Рәсәй эксперттары әҙерләгән яңы коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү, асыҡлау һәм дауалау буйынса Ваҡытлы методик тәҡдимдәрҙең 15-се версияһын раҫланы.
Яңы версияла яңы фәнни мәғлүмәттәрҙе һәм клиник практиканы иҫәпкә алып, коронавирус инфекцияһын йоҡторған пациенттарҙы дауалау буйынса тәҡдимдәргә өҫтәмәләр һәм аныҡлыҡтар индерелде. Көндөҙгө стационар шарттарында вирусты юҡ иткән моноклональ антиесемдәр нигеҙендәге препараттар менән дауалағанда хәүеф төркөмөнә ҡараған пациенттарға медицина ярҙамын ойоштороу тәҡдимдәре бар.
«Омикрон» вариантының тиҙ таралыуына бәйле амбулатор шарттарҙа дауа тәғәйенләү өсөн пациенттарҙың өҫтөнлөклө төркөмдәре билдәләнде.
Ваҡытлыса методик тәҡдимдәрҙең яңы версияһында шулай уҡ киҫкен респиратор вирус инфекцияһы, грипп, яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыған пациенттарға медицина ярҙамын ойоштороу схемалары бар.
Яңы версияға нур диагностикаһы ярҙамында COVID -19 менән сирләгәндән һуң үҙгәрештәрҙе баһалау тәҡдимдәре индерелгән.
Методик тәҡдимдәрҙең яңы версияһы Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында баҫылған.
Фото "Башинформ"дан алынды.