

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 24 февралгә ҡарата республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 207 226-ға еткән. Аҙаҡҡы тәүлектә вирус 4 196 ауырыуҙа раҫланған.
Поликлиника табиптары күҙәтеүе аҫтында өйҙәрендә дауаланыусылар – 42 205. Дауаханаларҙа 311 сырхау ята, араларында 37-һе ауыр хәлдә. Стационарҙағы 203 ауырыу 60 йәштән өлкәнерәк.
Тәүлек эсендә мәкерле сирҙән 1 035 яҡташыбыҙ һауыҡҡан. Сәләмәтләнеүселәр йәмғеһе – 159 579.
Үкенескә күрә, ковид ҡорбандары тағы ла артҡан – үткән тәүлектә 18 үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башланғандан алып афәтле инфекциянан 5 131 ғүмер өҙөлгән, вафат булыусыларҙың 4 311-е – 60 йәште уҙғандар.
Дауахананан тыш пневмонияға килгәндә, мәғлүмәттәр түбәндәгесә: кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы 35 сирлелә раҫланған, унан һауығыусылар – 206.
Республикала ковидҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын 2 449 956 кеше – прививка эшләтергә тейешле халыҡтың 98,6 проценты яһатҡан. Икенсе компонентын да ҡаҙатыусылар – 2 307 654 (92,9 процент).
Фото "Башинформ"дан алынды.