

Эстраданың танылған йырсыһы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Ватанды һаҡлаусылар көнөндә йырсыға 55 йәш тулды. Бүләк тапшырыу Айҙар Ғәлимов өсөн көтөлмәгәнсә булды.
Айҙар Ғәлимов Ватанды һалаусылар көнөнә арналған рәсми концертта сығыш яһаны. Уның һуңында алып барыусылар башҡарыусының тыуған көнө булыуын һәм уның Салауат Юлаев ордены менән наградланыуын билдәләне. Орденды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Салауат Юлаев ордены йырсыға оҙайлы ижади эшмәкәрлек, республика сәнғәтенә индергән өлөшө өсөн тапшырылды.