+14 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Февраля 2022, 11:34

Көҙгөләге кеүек һандар

Бөгөн һандар яғынан бик үҙенсәлекле көн - 22.02.2022. Белгестәр билдәләүенсә, ул 180 йылға бер генә тапҡыр килә. Был көндө һәр кешенең иң көслө теләктәре лә ҡабул була тигән фараздар  бар.

Көҙгөләге кеүек һандарКөҙгөләге кеүек һандар
Көҙгөләге кеүек һандар

Бөгөн һандар яғынан бик үҙенсәлекле көн - 22.02.2022. Белгестәр билдәләүенсә, ул 180 йылға бер генә тапҡыр килә. Был көндө һәр кешенең иң көслө теләктәре лә ҡабул була тигән фараздар  бар.

Психологтар билдәләүенсә, был һандар  ҡеүәтле ижад, уңыш һәм илһам энергияһын үҙ эсенә алған.

Бөгөн һәр кем үҙенең иң мөҡәддәс һәм оҙайлы пландарына старт бирә ала. Сөнки уның көсө тиҙ генә тормошҡа ашасаҡ ти юрауҙар .

Был теләктәр өсөн көндөң 20.00, 20.02, 20.22, 22.20 сәғәттәре бик ҡулай.

Һәр кем үҙенең ҡыйыу теләктәрен ҡағыҙға яҙып уны йыһанға осорһа, улар яҡын йылдарҙа мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ.

Ҡеүәтле көндөң көсө һәр беребеҙгә һаулыҡ, уңыштар, ә илебеҙгә тыныс аяҙ күк йөҙө бирһен.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас