+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Февраля 2022, 04:45

Дүрт бронза миҙалы – Башҡортостан спортсылары өлөшө

Пекинда 4 - 20 февралдә үткән XXIV ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәй төбәктәре араһында миҙалдар һаны буйынса Башҡортостан, Мәскәү өлкәһе, Татарстан Республикаһы һәм Санкт-Петербургтан ҡала,  дүртенсе урынды биләй.

Дүрт бронза миҙалы – Башҡортостан спортсылары өлөшөДүрт бронза миҙалы – Башҡортостан спортсылары өлөшө
Дүрт бронза миҙалы – Башҡортостан спортсылары өлөшө

Пекинда 4 - 20 февралдә үткән XXIV ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәй төбәктәре араһында миҙалдар һаны буйынса Башҡортостан, Мәскәү өлкәһе, Татарстан Республикаһы һәм Санкт-Петербургтан ҡала,  дүртенсе урынды биләй.

Дөйөм алғанда, миҙалдар һаны буйынса Рәсәй 32 (6 – алтын, 12 – көмөш, 14 – баҡыр) миҙал менән икенсе урынды алды. Беҙҙән алда – Норвегия (37 миҙал). Ә өсөнсөлә – Германия (27 миҙал).

Рәсәй йыйылма командаһына Башҡортостан спортсылары дүрт бронза миҙалы алып килде. Билдәле булыуынса, республикабыҙҙан Пекин олимпия уйындарында 14 кеше, шул иҫәптән запас сифатында өс спортсы ҡатнашты.

Эдуард Латипов Рәсәйҙең иң танылған спортсылары исемлегенә инде. Ул ҡатнаш эстафетала, эҙәрлекләү уҙышында һәм ир-егеттәр эстафетаһында бронза миҙалдары яуланы. Шулай уҡ “бронза”ны Семен Елистратов килтерҙе.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас