

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында аҫау атты меңгегә өйрәтеү буйынса бәйге ойошторолдо. Ул “Ауҙарыш”, “Мәргән- уҡсы” ярыштары менән берлектә барҙы. Яндан уҡ атыу бәйгеһендә ҡатын- ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты.
Баймаҡ районы элек - электән йылҡы малын үрсетеү буйынса республикала алдынғы урындарҙы биләй. “Тай- тулаҡ” сараһын да “Ирәндек” башҡорт тоҡомло аттарҙы үҫтереү һәм һаҡлау хәйриә фонды(етәксеһе - Алмас Шөғөров), Иҫке Сибай ауылы биләмәһе ойошторҙо. Ә милли спорт байрамының патрнерҙары иҫәбендә Башҡортостан Хөкүмәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Иҫке Сибай ауылы биләмәһе, “Элеватор” йәмғиәте булды. Ярыштарҙың барышы менән Башҡортостан Хөкүмәте вице- премьеры Азат Бадранов та танышты. Ул бәйге номинациялары хаҡында мәғлүмәттәрҙе социаль селтәрҙәге сәхифәһенә лә һалды.
Ярышты “Мәргән - уҡсы” башланы. Яндан уҡ атыу ярышында Бөрйәндән Салауат Юлбирҙин, Сибайҙан Тимур Өмөтбаев, Хөрмәт Таһиров иң мәргәндәре булып танылды. Уҡтан атыу ярышында ҡатын- ҡыҙҙар ҙа һынатманы. Ҡыйыу ҡыҙҙар Бөрйәндән- Наилә Ишкилдина, Әлиә Ишморатова, Учалынан- Динә Вәлиева еңеүселәр иҫәбендә. Шулай уҡ ярышыусылар һыбай килеш тә уҡ атты.
“Ауҙарыш” милли уйын-көрәшендә шулай уҡ Бөрйән, Хәйбулла, Әбйәлил вәкилдәре еңеүсе булды.
Иң төп бәйге- “Тай- тулаҡ” конкурсында Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Учалы, Әбйәлил, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы, Хәйбулла, Йылайыр райондарынан 23 команда ҡатнашты. Улар өйрәтелмәгән атты ауыҙлыҡлап, һыбай йөрөргә тейеш ине. Төп бәйгелә “Ирәндек” фондының Сергей Айсенов командаһы 1-се урын, Бөрйәндең Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы – 2 - се, Әбйәлилдән Дим Бүләкбаев командаһы- 3-сө, Руслан Мирсаев командаһы 4-се урындарҙы яуланы.
“Ирәндек” фонды атты меңгегә өйрәтеүселәрҙең видеоконкурсын иғлан иткәйне. Унда Баймаҡ, Хәйбулла вәкилдәре еңеп сыҡты.
Еңеүселәр ҡыйбатлы бүләктәр һәм Республика Хөкүмәтенең рәхмәт хаттары менән наградланды.