+6 °С
Ясно


Дөйөм майҙаны 20 гектар булған ат спорты комплексы һәм ял паркы Благовещенда сафҡа индереләсәк. Был хаҡта Республика Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе. Быйыл төҙөлә башланасаҡ комлексты сафҡа индереү 2033 йылға планлаштырыла һәм бының өсөн 224 миллион һум күләмендә инвестициялар йәлеп итеү ҡаралған. Ат спорты һәм ял паркын файҙаланыуға тапшырыу һөҙөмтәһендә 45 яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.