+8 °С
Ясно


Тел һәм мәҙәни төрлөлөккә, күп теллелеккә булышлыҡ итеү өсөн йыл һайын 21 февралдә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын ошо байрам менән ҡотланы.
«Беҙ төрлө телдәрҙә һөйләшәбеҙ, һүҙҙәр төрлөсә яңғырай һәм гел генә бер үк һүҙҙәрҙе аңлатмай. Ләкин иң мөһиме — беҙ бергә, бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ һәм тыуған илебеҙҙе яратабыҙ. Туған тел көнө менән! Барығыҙға ла именлек һәм һаулыҡ!», — тип яҙҙы республика етәксеһе социаль селтәрҙә.