-2 °С
Облачно


Учалы районынан килгән рухлы башҡорт ҡыҙы Яҙгөл Нуретдинованың “Урал батыр” эпосынан сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Күргәҙмәгә тәҡдим ителгән экспонаттар, ысын мәғәнәһендә, уникаль. Уларҙың һәр береһе халыҡтың ауыҙ-тел ижадын, йәшәү-көнкүрешен, бай мәҙәни, рухи мираҫын сағылдыра.
Күргәҙмә 21 мартҡа тиклем дауам итә. Эш сәғәттәре: шишәмбе, шаршамбы, кесаҙна, йома иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 6- ға тиклем. Шәмбе, йәкшәмбе:11.00-17.30 сәғәткә тиклем (касса 16.30 сәғәткә хәтлем асыҡ). Дүшәмбе – ял көнө. Билеттарҙы Пушкин картаһы аша алырға мөмкин.