+17 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Февраля 2022, 16:03

Коронавирусҡа бәйле хәлдәр нисек?

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 194 867 тәшкил итә. Үткән тәүлектә 4387 ауырыу өҫтәлгән. Вакцинация үтергә тейешле халыҡтың 98,3 проценты прививка яһатҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Коронавирусҡа бәйле хәлдәр нисек?Коронавирусҡа бәйле хәлдәр нисек?
Коронавирусҡа бәйле хәлдәр нисек?

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 194 867 тәшкил итә. Үткән тәүлектә 4387 ауырыу өҫтәлгән. Вакцинация үтергә тейешле халыҡтың 98,3 проценты прививка яһатҡан.

“Вирус йоҡтороу осраҡтарының бер ни тиклем кәмеүе күҙәтелә”, – тип билдәләй республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.

Тәүлек эсендә инфекциянан һауығыусылар – 612.  Сәләмәтләнеүселәрҙең дөйөм һаны – 152 393.

Коронавирус йоҡторған 37 098 ауырыу әлеге мәлдә өйҙә дауалана. Максим Забелин өйҙә дауаланыусыларға кәрәкле дарыуҙар бирелеүен әйтеп үтте. 301 сырхау стационарҙа ковидҡа ҡаршы дауа ала, уларҙың 33-ө – реанимацияла.

Республикала дауаханаларында йоғошло сирҙәр менән ауырыусылар өсөн 3500 койка бүленгән, шуларҙың 20 проценты буш.

Коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын  2 441 347  яҡташыбыҙ, йәғни прививка яһатырға тейешле халыҡтың 98,3 проценты яһатҡан. Икенсе компонентын да эшләтеүселәр –  2 297 143 (93,6 процент).

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас