+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Февраля 2022, 10:28

Ҡасаҡтарҙың бөтәһе лә ковидҡа тест үтәсәк

“Донбастан республикабыҙға килеүсе ҡасаҡтарҙың бөтәһенә лә шунда уҡ коронавирус инфекцияһына тест үткәреү мотлаҡ”, –  тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә.

Ҡасаҡтарҙың бөтәһе лә ковидҡа тест үтәсәкҠасаҡтарҙың бөтәһе лә ковидҡа тест үтәсәк
Ҡасаҡтарҙың бөтәһе лә ковидҡа тест үтәсәк

“Донбастан республикабыҙға килеүсе ҡасаҡтарҙың бөтәһенә лә шунда уҡ коронавирус инфекцияһына тест үткәреү мотлаҡ”, –  тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә.

“Ундағы эпидемиологик хәлдең ниндәй икәнлеге беҙгә билдәһеҙ. Шуға күрә, иң беренсе сиратта уларға тест үткәреү мөһим”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

“Ҡасаҡтарҙы урынлаштырғанда эпидемиологик хәүеф тыумаһын өсөн, хәл контролгә алынды”, – тип хәбәр итте Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак. Роспотребнадзор белгестәре муниципалитеттар башлыҡтары менән берлектә ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарын ҡарайҙар. Донбастан килгән ҡасаҡтарҙың прививкалары булыу-булмауы етди тикшереләсәк.

“Йоғошло сирҙәр индереүгә һәм уларҙың таралыуына юл ҡуймауға аныҡ контроллек итеү өсөн, беҙҙең белгестәр тимер юл вокзалына ҡасаҡтарҙы ҡаршы алырға барасаҡ”, – тип өҫтәне Анна Казак.

Башҡортостанға Донбастан тәүге ҡасаҡтар иртәгә, 22 февралдә, килеп етәсәк. Улар ике меңгә яҡын булыр, тип көтөлә.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас