+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Февраля 2022, 12:29

Республикала QR-кодтар тикшереү бөтөрөлә

Башҡортостанда йәмәғәт урындарында булғанда вакцинация йәки коронавирус үткәреү тураһында QR-кодтар күрһәтеү кәрәклеге бөтөрөлә. Республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса төбәк оператив штабы ултырышында шундай ҡарар ҡабул ителде.

Республикала QR-кодтар тикшереү бөтөрөләРеспубликала QR-кодтар тикшереү бөтөрөлә
Республикала QR-кодтар тикшереү бөтөрөлә

Башҡортостанда йәмәғәт урындарында булғанда вакцинация йәки коронавирус үткәреү тураһында QR-кодтар күрһәтеү кәрәклеге бөтөрөлә. Республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса төбәк оператив штабы ултырышында шундай ҡарар ҡабул ителде.

QR-кодтар күрһәтеү талабын ғәмәлдән сығарыу халыҡты вакцинациялау планына өлгәшеүгә һәм сирҙе үткәргәндән һуң антиесемдәре юғары кимәлдә булған кешеләрҙең күплегенә бәйле.

 Шулай итеп, сауҙа үҙәктәренә, баҙарҙарға, музейҙарға, театрҙарға, кинотеатрҙарға, ресторандарға, фитнес-клубтарға, шифаханаларға, ҡунаҡханаларға, матурлыҡ салондарына барғанда вакцинация тураһында сертификат талап ителмәй. Шулай уҡ ҡала-ара рейстарҙа ла QR-кодтар күрһәтеү кәрәкмәй. Сикләүҙәр ябыҡ бина эсендә 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан саралар өсөн генә ғәмәлдә ҡала – унда барған саҡта вакцинация тураһындағы сертификаттың булыуы мотлаҡ.

 Шул уҡ ваҡытта битлек режимы, учреждениеларға ингәндә температура үлсәү талабы һаҡлана, бөтә санитария-эпидемиология талаптарын күҙәтеү үҙ көсөндә ҡала.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас