+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Февраля 2022, 06:53

Рәсәй хоккей командаһы Олимпиадала финдарҙан отолдо

Пекиндағы Ҡышҡы Олимпиадала Рәсәй хоккейсылары, В төркөмөндә Дания, Чехия һәм Швейцария командалары менән көс һынашып, бер-бер артлы еңеү яулап килде. Олимпиаданың һуңғы көнөндә Рәсәй йыйылма командаһы Финляндия командаһына ҡаршы еңеү матчында уйнаны. Рәсәй йыйылмаһы ҡапҡаһын Иван Федотов һаҡланы. Һөҙөмтәлә Рәсәй хоккейсылары Финляндия командаһынан 1:2 иҫәбе менән еңелде.

Рәсәй хоккей командаһы Олимпиадала финдарҙан отолдоРәсәй хоккей командаһы Олимпиадала финдарҙан отолдо
Рәсәй хоккей командаһы Олимпиадала финдарҙан отолдо

Рәсәй хоккейсылары, В төркөмөндә Дания, Чехия һәм Швейцария командалары менән көс һынашып, бер-бер артлы еңеү яулап килде. Олимпиаданың һуңғы көнөндә Рәсәй йыйылма командаһы Финляндия командаһына ҡаршы еңеү матчында уйнаны. Рәсәй йыйылмаһы ҡапҡаһын Иван Федотов һаҡланы. Һөҙөмтәлә Рәсәй хоккейсылары Финляндия командаһынан 1:2 иҫәбе менән еңелде.

Уйында иҫәпте Михаил Григоренко асып ебәрҙе. Уның беренсе осорҙоң һигеҙенсе минутында шайба индереүе еңеүгә ышаныс уятты. Икенсе осорҙа Вилле Покка тырышлығына күрә, фин уйынсылары иҫәпте тигеҙләй алды. Өсөнсө осорҙа Ханнес Бьернинендың шайбаһы фин командаһына алтын миҙал килтерҙе. Рәсәй хоккейсылары өсөн барыбер һөйөнәбеҙ! Көмөш миҙал да – еңеү билдәһе ул.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас