+15 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Февраля 2022, 13:38

Сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә – айырыуса иғтибар

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында 2021 йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә – айырыуса иғтибарСифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә – айырыуса иғтибар
Сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә – айырыуса иғтибар

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында 2021 йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

2021 йыл һаулыҡ һаҡлау системаһының эш планына һиҙелерлек үҙгәрештәр индерҙе, тип билдәләй Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. Коронавируслы инфекция менән ауырыуҙың яңынан артыуы көстө һәм аҡсаны тәү сиратта был зәхмәт менән көрәшеүгә һалырға мәжбүр итә. Был ауырыу менән көрәштә төп сара булып вакцинациялау ҡала.

Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә айырыуса иғтибар бирелә. Был маҡсатта 572,9 миллион һумға 2561 берәмек ҡорамал һатып алынған.  Улар араһында рентген, УЗИ аппараттары, эндоскопия системалары бар.

Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә 17 объект төҙөлә, икеһе проектлана.

“Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк программаһы сиктәрендә төҙөлөш, реконструкция һәм капиталь ремонт эштәре башҡарыла, ҡоролмалар һәм медицина әйберҙәре менән тәьмин ителә. Затон биҫтәһендә 9-сы ҡала дауаханаһы поликлиникаһы, Мәсәғүт ауылында һәм Баймаҡ ҡалаһында балалар поликлиникаһы төҙөлөшө дауам итә.

Быйыл Оло Ыҡтамаҡ ауылында тиҙ ярҙам станцияһы булған 63 урынлыҡ дауахана төҙөлә, Ҡырмыҫҡалы район дауаханаһы биләмәһендә инфекция корпусы реконструкциялана башлай.

Төбәк программаһы буйынса 24 медицина ойошмаһында капиталь ремонт үткәрелгән.

31 медицина ойошмаһына 77 автомобиль транспорты алынған.

“Ауыл табибы” программаһы буйынса үткән йылда федераль һәм республика бюджеттарынан 143 миллион һум аҡса бүленгән.

Мәғлүмәт системаһы үҫешендә төп ролде “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һанлы контур” проекты үтәй. 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса, проекттың бөтә төп күрһәткестәре лә арттырып үтәлгән.

– Һанлаштырыуҙы үҫтереүҙә төп йүнәлештәрҙең береһе булып, һис шикһеҙ, телемедицина тора. Һуңғы ике йылдағы пандемия телемедицина технологияларын үҫешкә этәрҙе. Алыҫтан консультациялар һаны 7,5 тапҡыр артты, – ти Максим Забелин.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төбәк программаларын тормошҡа ашырыуҙың иң яҡшы практикаларын билдәләгән. Башҡортостан Республикаһы уларҙың дүртеһе буйынса иң яҡшыларҙан табылған: “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк”, “Башҡортостан Рнспубликаһында санитар авиация”, “Онкологик ауырыуҙар менән көрәш”, “Балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙең заманса инфраструктураһын булдырыуҙы индереп, балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү”.

Фото Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтынан алынды.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас