+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Февраля 2022, 03:00

Миҙалдарҙы фигуралы шыуыуҙа ҡыҙҙар алып килде

17 февралдә Пекинда үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында 6 миҙал комплекты уйнатылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Миҙалдарҙы фигуралы шыуыуҙа ҡыҙҙар алып килдеМиҙалдарҙы фигуралы шыуыуҙа ҡыҙҙар алып килде
Миҙалдарҙы фигуралы шыуыуҙа ҡыҙҙар алып килде

17 февралдә Пекинда үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында 6 миҙал комплекты уйнатылды.

Рәсәй спортсылары бер алтын һәм бер көмөш миҙал яуланы. Олимпия уйындары пьедесталына ҡатын-ҡыҙҙарҙың яңғыҙ фигуралы шыуыу буйынса мотлаҡ программаһында беренсе һәм икенсе урынға сыҡҡан Анна Щербакова менән Александра Трусова менеп баҫты.

Камилә Вәлиева дусар булған баҫым йоғонтоһондалыр, күрәһең, ҡайтышыраҡ сығыш яһаны һәм өсөнсө урын өсөн көрәштә япон фигурисы Каори Сакамотоны үтә алманы – дүртенсе урынға ҡалда.

Шулай итеп, Рәсәй командаһы 26 олимпия миҙалы менән (5 - алтын, 9 - көмөш һәм 12 – бронза) дөйөм миҙалдар зачетында туғыҙынсы урынды һаҡлап ҡалды.

Лидер позицияһын  Норвегия тотоп килә (14 – алтын, 7 – көмөш, 8 бронза миҙалы). Унан ҡала Германия (10 – алтын, 7 – көмөш, 5 – баҡыр), АҠШ (8 – алтын, 8 – көмөш, 5 – баҡыр), Швеция (7 – алтын, 4 – көмөш, 4 – бронза), Ҡытай (7 – алтын, 4 – көмөш, 2 – бронза), Австрия (6 – алтын, 7 – көмөш, 4 – бронза), Нидерланды (6 – алтын, 5 - көмөш, 4 - бронза) һәм Швейцария (6 – алтын, 1 – көмөш, 5 – бронза) килә.

Дөйөм миҙалдар һаны буйынса, 26 миҙал менән беҙ икенсе урынды тотоп киләбеҙ. Рәсәйҙән алда – Норвегия (29 миҙал).

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас