+12 °С
Облачно


Иглин ауылынан 13 йәшлек Радмир Сәләхетдинов өйҙән мәктәпкә тип сыҡҡан, ләкин унда барып етмәгән.
Малайҙың ата-әсәһе полицияға һәм “Башҡортостан – балаларҙы эҙләү” ирекмәндәр төркөмөнә мөрәжәғәт иткән.
Радмир өйҙән беренсегә китмәй.
Буйы – 155 – 160 см, ҡарап тороуға 13 – 15 йәш биреп була, ҡалын кәүҙәле, сәстәре - тура, ҡуңыр, күҙҙәре зәңгәр.
Өҫтөнә көлһыу-ҡара куртка, ҡара трико, аҡ күлдәк, көлһыу кроссовки, “Россия” тип яҙылған зәңгәр башлыҡ кейгән.
Үҙе менән ҡара рюкзагы, аҡ пакеты бар.
Малайҙың ҡайҙа икәнен белгәндәргә 112 номеры буйынса шылтыратырға кәрәк.