+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Февраля 2022, 09:14

“Ауыл табибы” программаһына – ҙур иғтибар

“Сәләмәтлек сәғәте” форматында уҙған кәңәшмәлә  Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин табиптарҙы һәм фельдшерҙарҙы матди дәртләндереүҙең дүрт төп программаһына йомғаҡ яһаны.

“Ауыл табибы” программаһына – ҙур иғтибар“Ауыл табибы” программаһына – ҙур иғтибар
“Ауыл табибы” программаһына – ҙур иғтибар

“Сәләмәтлек сәғәте” форматында уҙған кәңәшмәлә  Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин табиптарҙы һәм фельдшерҙарҙы матди дәртләндереүҙең дүрт төп программаһына йомғаҡ яһаны.

 2021 йылда “Ауыл табибы” программаһын ғәмәлгә ашырыуға федераль һәм республика бюджеттарынан 143 миллион һум аҡса бүленгән. Был иһә алыҫ ауылдарға эшкә ҡайтҡан 68 табиптың һәр береһенә миллион ярым һум, 26 фельдшерға 750-шәр мең һум аҡса түләү мөмкинлеген биргән. Бынан тыш, ҡасабаларҙа һәм 50 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән ҡалаларҙа эш башлаған 17 табипҡа берәр миллион һум, туғыҙ фельдшерға 500-әр мең һум бүленгән.

2016 йылдың 1 ғинуарынан фельдшер-акушерлыҡ пункттарына эшкә ҡабул ителгән 35 фельдшерҙың һәр ҡайһыһына “Ауыл фельдшеры” программаһы ярҙамында 500 мең һумлыҡ бер тапҡыр түләнә торған пособие бирелгән. 2017 йылдан ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға эшкә ҡайтҡан дефицит белгеслеккә эйә 42 табип һәм юғары белемле тағы 62 медицина хеҙмәткәре бер тапҡыр бирелеүсе берәр миллион һумлыҡ компенсация алған. 

“2022 йылда “Ауыл табибы” программаһы буйынса алыҫ ауылдарға ҡайтасаҡ 60 табиптың һәр береһенә миллион ярым һум, 36 фельдшерға 750-шәр мең һум түләү планлаштырылған. Шулай уҡ эшселәр ҡасабаларына һәм халҡы 50 меңдән артмаған ҡалаларға эшкә барыусы 20 табипҡа берәр миллион һум, 12 фельдшерға 500-әр мең һум түләү ҡаралған. Быйыл “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса 33 фельдшерға,  шулай уҡ ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға эшкә ҡайтыусы дефицит белгеслеккә эйә 142 табипҡа һәм 150 табипҡа түләүҙәр биреү планлаштырылған”, – тип бәйән итте Максим Забелин.

“Сәләмәтлек сәғәте”ндә Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы баш табибы Валерий Трофимов үҙҙәрендә кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

“Ауыл программалары буйынса Дыуан районына ҡайтҡан фельдшерҙарҙың бөтәһе лә һәм табиптарҙың өстән ике өлөшө беҙҙә ҡалып, эшләүен дауам итә, – тип хәбәр итте Валерий Трофимов. – Бының бер сәбәбе – торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү. Республиканың Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды бюджет хеҙмәткәрҙәре һәм торлаҡҡа мохтаж дыуандар өсөн тиҙҙән бишенсе күп фатирлы йортто тапшырасаҡ һәм алтынсыһын һала башлаясаҡ.

Шулай уҡ районда табиптар өсөн ҡулай шарттарҙа шәхси торлаҡ төҙөлөшө лә үҫешә”.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына табиптарҙы һәм фельдшерҙарҙы матди дәртләндереү программаларын эшләп еткерергә ҡушты.

“Дыуан районы тәжрибәһен ҡала һәм район башлыҡтары семинарында иғтибар менән өйрәнербеҙ. Беҙҙең республикала төрлө сәбәптәр буйынса һаулыҡ һаҡлау өлкәһенән киткән табиптар байтаҡ. Уларҙы ҡыҙыҡһындырыу мөһим”, – тине Радий Хәбиров.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас