+15 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Февраля 2022, 12:05

4 504 – йәнә кире рекорд...

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, тәүлек эсендә республикала 4 504 ауырыуға “коронавирус инфекцияһы” диагнозы ҡуйылған.

4 504 – йәнә кире рекорд...4 504 – йәнә кире рекорд...
4 504 – йәнә кире рекорд...

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, тәүлек эсендә республикала 4 504 ауырыуға “коронавирус инфекцияһы” диагнозы ҡуйылған. Вирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 181 612 .

Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа ковидҡа ҡаршы дауа алыусылар – 335, шуларҙың 206-һы – 60 йәштән өлкәнерәк. 40 сырхауҙың хәле ауыр. Өйҙәрендә дауаланыусылар – 27 545.

Аҙаҡҡы тәүлектә 3 631 кеше инфекциянан һауығыуға өлгәшкән. Пандемия башланғандан алып сәләмәтләнеүселәр – 148 711.

Һуңғы 24 сәғәттә республикала ковид йәнә 18 ғүмерҙе өҙгән. Зәһәр вирустан вафат булыусылар 5 021-гә етте.

18 февралгә ҡарата коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын 2 435 545 кеше ҡаҙатҡан, был – прививка яһатырға тейешле халыҡтың 98 проценты. Прививканың беренсе компонентын да, икенсеһен дә эшләтеп, вакцинацияны тулыһынса тамамлаусылар – 2 289 069 (92 процент).

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас