+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Февраля 2022, 04:00

Һынау шарты менән өс йылға иркенән мәхрүм ителде

Былтыр апрель айында “Toyota Town Ace” минивэн автомобиле пассажирҙар менән Өфө – Инйәр – Белорет юлының 209-сы саҡрымында аварияға осрай. Салондағы алты пассажирҙың өсәүһе ауыр йәрәхәттәр ала, уларҙың берәүһе – Сибай ҡыҙы – һуңынан вафат була.

Һынау шарты менән өс йылға иркенән мәхрүм ителдеҺынау шарты менән өс йылға иркенән мәхрүм ителде
Һынау шарты менән өс йылға иркенән мәхрүм ителде

Былтыр апрель айында “Toyota Town Ace” минивэн автомобиле пассажирҙар менән Өфө – Инйәр – Белорет юлының 209-сы саҡрымында аварияға осрай. Салондағы алты пассажирҙың өсәүһе ауыр йәрәхәттәр ала, уларҙың берәүһе – Сибай ҡыҙы – һуңынан вафат була.

Водитель белдереүенсә, ул Сибайҙағы танышының үтенесе буйынса автомобилде Өфөгә ҡыуып ҡайтырға ризалыҡ бирә, юл ыңғайында пассажирҙар ҙа ала. Авария сәбәбеп ул китеп барғанда машинаның артҡы тәгәрмәсе шартлауы менән аңлата.

Белорет район-ара суды водителде һынау шарты менән өс йылға иркенән мәхрүм итте, шулай уҡ ике йыл автомобиль менән идара итеүгә бәйле эштән тыйҙы. Өҫтәп, ул зыян күреүселәргә һәм вафат булған пассажир ғаиләһенә дөйөм алғанда 700 мең һум күләмендә аҡса түләргә тейеш.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас