+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Февраля 2022, 03:20

Тетрәндергес юғалтыу

Композитор, баянсы, аранжировкалаусы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының музыка бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхиндың арабыҙҙан китеүе тураһында хәбәр килде кисә.

Тетрәндергес юғалтыуТетрәндергес юғалтыу
Тетрәндергес юғалтыу

Композитор, баянсы, аранжировкалаусы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының музыка бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхиндың арабыҙҙан китеүе тураһында хәбәр килде кисә.

Уға ни бары 48 йәш ине. Хәбәр итеүҙәренсә, коронавирус менән ауырығандан һуң уға инсульт булған.

Илшат Яхин Учалы районында тыуған. 1988 йылда Өфө музыка мәктәп-интернатында уҡый башлай (хәҙер Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты). Өфө сәнғәт училищеһының музыка факультетын (баян класы) тамамлай. 1992 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына, баян класы буйынса уҡырға инә.

Студент сағында уҡ Сибай дәүләт филармонияһында халыҡ уйын ҡоралдары оркестры етәксеһе булып эшләй башлай.

2001 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһында «Карауанһарай» фольклор-эстрада төркөмө аккомпаниаторы-концертмейстеры. 2005 йылда филармонияның музыка бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. 2011 йылдан М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының музыка бүлеге мөдире булып эшләй.

Илшат Яхин Истанбулда Башҡортостан Республикаһы көндәрен (2008 йыл), балалар араһында «Байыҡ» республика башҡорт бейеүен башҡарыусылар конкурсының гала-концерттарын (йыл һайын), «Башҡорт йыры» телевизион конкурсының гала-концертын музыкаль яҡтан биҙәй. Ул кинола ла әүҙем эшләне. «Бәхет ҡошо», «Сируси» сериалдары, «Өс хат», «Кластан тыш дәрес» кеүек ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙың композиторы була.

Һуңғы эш урыны — Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры. 

Илшат Яхин ижади ғаилә башлығы ине, уның  ҡатыны — Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе, хореограф Сулпан Асҡарова һәм ике балаһы ҡалды.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы арабыҙҙын бик иртә киткән мәрхүмдең ғаиләһенең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Автор:
Читайте нас