+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Февраля 2022, 13:33

Әле ковид менән 27 меңдән ашыу яҡташыбыҙ сирләй

Бөгөнгө көндә республикабыҙҙа коронавирус менән 27 025 кеше ауырый: 26 678-е өйөндә дауаланһа, 347-һе дауаханаларҙа ята. 34 сырхауҙың хәле ауыр, тип хәбәр итә табиптар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әле ковид менән 27 меңдән ашыу яҡташыбыҙ сирләйӘле ковид менән 27 меңдән ашыу яҡташыбыҙ сирләй
Әле ковид менән 27 меңдән ашыу яҡташыбыҙ сирләй

Бөгөнгө көндә республикабыҙҙа коронавирус менән 27 025 кеше ауырый: 26 678-е өйөндә дауаланһа, 347-һе дауаханаларҙа ята. 34 сырхауҙың хәле ауыр, тип хәбәр итә табиптар.

Аҙаҡҡы 24 сәғәттә вирус 4 341 сырхауҙа асыҡланған. Ковид йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны –  177 108.

Тәүлек эсендә 3 297 яҡташыбыҙ, инфекциянан ҡотолоп, "больничный"ын яптырған. Һауығыусылар йәмғеһе – 145 080.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, афәтле ауырыу йәнә 19 ғүмерҙе өҙгән. Республикабыҙҙа ковид ҡорбандары 5 003-кә етте...

 2 283 087 яҡташыбыҙ, йәғни прививка яһатырға тейешле халыҡтың 91,9 проценты вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында “Спутник М” вакцинаһын эшләтеүселәр – 2 880.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас