+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Февраля 2022, 05:59

Өфөнөң байрамына әҙерлек

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика йортонда Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә арналған сираттағы кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар мөһим объекттарҙың төҙөлөшөн, ҡаланы, парктарҙы, йәмәғәт урындарын  төҙөкләндереү мәсьәләләрен ҡараны.

Өфөнөң байрамына әҙерлекӨфөнөң байрамына әҙерлек
Өфөнөң байрамына әҙерлек

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика йортонда Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә арналған сираттағы кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар мөһим объекттарҙың төҙөлөшөн, ҡаланы, парктарҙы, йәмәғәт урындарын  төҙөкләндереү мәсьәләләрен ҡараны.

Республиканың капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе Руслан Цагельник билдәләүенсә, Евразия китапханаһының төҙөлөшөнә 2022 йылдың авгусында тотонасаҡтар. Башҡорт тирмәһе формаһындағы бина Республика йорто һәм һуғыш ветерандары госпитале уртаһында урынлашасаҡ.

-Евразия китапханаһы күп функциялы, республика масштабындағы йәмәғәт сараларын үткәреү урыны булырға тейеш. Ул Өфөнөң бер биҙәге булһа, уның төҫөн, бинаның тышҡы өлөшөн биҙәүҙе лә алдан уйларға кәрәк, - тине Радий Хәбиров.

Шулай уҡ Өфөлә спорт көрәше үҙәгенең төҙөлөшө башлана. Унда донья һәм федераль кимәлдәге көрәш ярыштарынан тыш, башҡа турнирҙарҙы ла үткәреп буласаҡ.

 Баш ҡаланың 450 йыллығына яңыртылған Рус драма  һәм ҡурсаҡ театрҙары үҙ ишектәрен асасаҡ. Әле театр труппаларының сығышы башҡа театрҙарҙа ойошторола: “Ҡурсаҡ театры башҡорт опера һәм балет театрында, Өфө балалар филармонияһында үтәсәк. Ә Рус драма театрының спектаклдәре буйынса әле билдәләнмәгән”, - тине  Башкортостан мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина.

Өфөнөң 450 йыллығына юлдар төҙөлөшө һәм төҙөкләндереү, ҡаланың байтаҡ биләмәләрен модернизациялау ҡаралған.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас