+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Февраля 2022, 11:32

Өфө лимондары — "Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары" бәйгеһендә алдынғылар рәтендә

Өфө лимондары — Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Федераль техник көйләү һәм метрология хеҙмәте ярҙамында ойошторолған «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» конкурсында еңеүселәр рәтендә. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2021 йылда республиканың 43 предприятиеһы конкурстың төбәк этабы финалсылары булды. Сарала ҡатнашыусылар 60 төр продукция, шулай уҡ 11 төр хеҙмәт күрһәтте.

Өфө лимондары — "Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары" бәйгеһендә алдынғылар рәтендәӨфө лимондары — "Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары" бәйгеһендә алдынғылар рәтендә
Өфө лимондары — "Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары" бәйгеһендә алдынғылар рәтендә

Өфө лимондары — Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Федераль техник көйләү һәм метрология хеҙмәте ярҙамында ойошторолған «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» конкурсында еңеүселәр рәтендә. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2021 йылда республиканың 43 предприятиеһы конкурстың төбәк этабы финалсылары булды. Сарала ҡатнашыусылар 60 төр продукция, шулай уҡ 11 төр хеҙмәт күрһәтте. 

«Конкурс дипломанттары иҫәбенә «Өфө урман-техника техникумы» уҡыу-тәжрибә хужалығының лимондары ла инде. «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» Бөтә Рәсәй конкурсының рәсми каталогында «Аҙыҡ-түлек тауарҙары» номинацияһында Башҡортостан лимондары хаҡында мәғлүмәт бар. Иң яҡшылар иҫәбендә булыу — ҙур яуаплылыҡ. Артабан да республикабыҙ, Рәсәй халҡын үҙебеҙ етештергән экологик таҙа продукция менән ҡыуандырырға тырышырбыҙ», — тип белдерҙе «Лимонарий» уҡыу-тәжрибә хужалығы мөдире Фәриҙә Садиҡова.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас