

Нефтекама ҡалаһының элекке мэры Ратмир Мәүлиев Өфөгә эшкә күсеү сәбәпле, урындағылар үкенес белдереп видео яҙма яҙҙырған. Улар “ Егетте юғалттыҡ” тигән йәштәр хитының һүҙҙәренә бер аҙ үҙгәреш индергән һәм уны клип итеп төшөргән.
Клип төшөрөүселәр белдереүенсә, йәш мэр ҡала тарихында яҡшы хәтирәләр ҡалдырған етәкселәрҙең береһе. Мәғлүм булыуынса, Ратмир Мәүлиев үҙенең вәкәләттәрен ваҡытынан алда һалды һәм әле Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы тип тәғәйенләнде.
Ролик төшөрөүселәр, яңы етәксегә уңыш теләгән һәм әгәр ҙә ауыр булһа, ошо клипты ҡарап алырға кәңәш биргән.
Ратмир Мәүлиев яңы вазифала үҙенең тәүге ултырышын үткәрҙе, Черниковҡа биҫтәһендәге ихаталарҙы барып ҡараны, урындағы кешеләр менән аралашты. Шулай уҡ ул насар таҙартылған урамдар өсөн хужалыҡ етәкселәрен тәнҡитләне. Яңы мэр Өфө урамдары буйлап "экскурсиялар" үткәреүҙе даими планға индереүен билдәләне.
фото: асыҡ сығанаҡтарҙан