+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
16 Февраля 2022, 03:10

Яҡташтарыбыҙ Рәсәй командаһына көмөш һәм бронза миҙалдары алып килде

15 февралдә Пекинда үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында 9 миҙал комплекты уйнатылды.

Яҡташтарыбыҙ Рәсәй командаһына көмөш һәм бронза миҙалдары алып килдеЯҡташтарыбыҙ Рәсәй командаһына көмөш һәм бронза миҙалдары алып килде
Яҡташтарыбыҙ Рәсәй командаһына көмөш һәм бронза миҙалдары алып килде

15 февралдә Пекинда үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында 9 миҙал комплекты уйнатылды.

Рәсәй спортсылары олимпия уйындарының 11-се ярыш көнөндә бер көмөш һәм бер бронза миҙалы яуланы.

Рәсәйҙең конькиҙа йүгереү спорты буйынса ир-егеттәр йыйылма командаһы (Даниил Алдошкин, Александр Румянцев, Сергей Трофимов, Руслан Захаров) эҙәрлекләү уҙышында көмөш призер булды.

Әйткәндәй, Руслан Захаров – Өфө егете.

Рәсәй биатлонсылары Карим Халили, Александр Логинов, Максим Цветков, Эдуард Латыпов ир-егеттәр эстафетаһында (4х7,5 саҡрым) өсөнсө урынға сыҡты. Яҡташыбыҙ Эдуард Латыпов, шулай итеп, Пекин Ҡышҡы Олимпиядаһында өсөнсө бронза миҙалы яуланы.

Рәсәй командаһы 20 олимпия миҙалы менән (4 - алтын, 7 - көмөш һәм 9 – бронза) дөйөм миҙалдар зачетында туғыҙынсы урынға төштө.

Лидер позицияһын  Норвегия тотоп килә (12 – алтын, 7 – көмөш, 7 бронза миҙалы). Унан ҡала Германия (9 – алтын, 6 – көмөш, 3 – баҡыр), АҠШ (7 – алтын, 6 – көмөш, 4 – баҡыр), Австрия (6 – алтын, 6 – көмөш, 4 – бронза), Нидерланды (6 – алтын, 4 - көмөш, 3 - бронза), Ҡытай (6 – алтын, 4 – көмөш, 2 – бронза), Швеция (5 – алтын, 3 – көмөш, 3 – бронза) һәм Швецария (5 – алтын, 5 – бронза) килә.

Дөйөм миҙалдар һаны буйынса 20 миҙал менән беҙ икенсе урында. Рәсәйҙән алда – Норвегия (26 миҙал).

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас