

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республикала коронавирус тәүлек эсендә 4 105 ауырыуҙа асыҡланған. Был – сираттағы антирекорд.
Әлеге мәлдә стационарҙарҙа 341 сырхау коронавирусҡа ҡаршы көрәшә, шуларҙың 39-ы ауыр хәлдә. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 25 659. Аҙаҡҡы тәүлектә инфекциянан 4 200 кеше һауыҡҡан.
Һуңғы 24 сәғәттә афәтле сирҙән 19 яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлгән.
Республикала ковидҡа ҡаршы вакцинацияны тулыһынса тамамлаусылар – 2 277 266, йәғни прививка яһатырға тейешле халыҡтың 91,7 проценты. Вакцинаның беренсе компонентын 2 426 916 кеше эшләткән (97,7 процент).
Фото "Башинформ"дан алынды.