

Марат Исламов Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.
Ул 1984 йылда Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын «Иҡтисадта математика алымдары» белгеслеге (экономист-математик) буйынса тамамлаған.
Һуңғы йылдарҙа Дәүләт программалары идаралығының Инвестиция үҫеше һәм дәүләт инвестициялары идаралығында дәүләт-шәхси партнерлыҡты координациялау бүлектәрен етәкләй, шулай уҡ Башҡортостан Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының дәүләт программалары һәм инвестициялар идаралыҡтары начальнигы була.
Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының һәм республика Хөкүмәтенең почет грамоталары менән бүләкләнгән.