+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Февраля 2022, 03:00

Ратмир Мәүлиев – Өфө ҡала хакимиәте башлығы

Кисә Өфө ҡалаһы Советының сираттан тыш һигеҙенсе ултырышы үтте. Депутаттар икенсе эшкә күсеү сәбәпле Сергей Грековтың отставкаһын ҡабул итте. Көн тәртибенең икенсе мәсьәләһе буйынса, конкурс үткәнгә тиклем, бер тауыштан Ратмир Мәүлиев был вазифаны башҡарыусы итеп һайланды. Ултырышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Ратмир Мәүлиев – Өфө ҡала хакимиәте башлығыРатмир Мәүлиев – Өфө ҡала хакимиәте башлығы
Ратмир Мәүлиев – Өфө ҡала хакимиәте башлығы

Кисә Өфө ҡалаһы Советының сираттан тыш һигеҙенсе ултырышы үтте. Депутаттар икенсе эшкә күсеү сәбәпле Сергей Грековтың отставкаһын ҡабул итте. Көн тәртибенең икенсе мәсьәләһе буйынса, конкурс үткәнгә тиклем, бер тауыштан Ратмир Мәүлиев был вазифаны башҡарыусы итеп һайланды. Ултырышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Ратмир Мәүлиев быға тиклем Нефтекама ҡала хакимиәтен етәкләгәйне. Нефтекама ҡала Советы депутаттары кисә, 14 февралдә, уның был вазифала вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатты. Вазифа, шулай уҡ конкурс үткәнгә тиклем, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләгән Эльдар Вәлитовҡа йөкмәтелде.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас